+30 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Октябрь 2024, 11:06

Башҡортостанда 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә

Был маҡсатта 1,2 миллиард һум аҡса тотонола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндереләБашҡортостанда 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә
Башҡортостанда 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә

Был маҡсатта 1,2 миллиард һум аҡса тотонола.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә. Республика ауыл-ҡалаларында йәмәғәт урындарын яңыртыу һәм төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған.

Биш йыл эсендә Башҡортостанда 683 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. 2023 йылда ғына 123 йәмәғәт урынында эштәр башҡарылған. Улар араһында парктар һәм скверҙар, яр буйҙары, майҙансыҡтар, йәйәүлеләр юлдары, аллеялар бар.

Проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға һуңғы дүрт йылда төҙөкләндереү өсөн урын һайлау буйынса электрон тауыш биреү ҙә булышлыҡ итә. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Башҡортостан халҡы йылдан-йыл әүҙемерәк ҡатнаша, ирекмәндәр ҙә ярҙам итә, киң мәғлүмәт кампанияһы алып барыла. 2021 йылдағы тәүге онлайн тауыш биреүҙә 387 мең кеше ҡатнашһа, 2022 йылда уларҙың һаны – 560 меңгә, 2023 йылда 760 меңгә тиклем еткән, ә 2024 йылда иһә 1 миллионға яҡын кеше тауыш биргән.

Быйыл Башҡортостанда 123 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү планлаштырыла. Бының өсөн 1,2 миллиард һум аҡса тотонола. Программа республиканың 67 ауыл-ҡалаһында тормошҡа ашырыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/858370#scroll.

Башҡортостанда 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә
Башҡортостанда 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас