+30 °С
Болотло
Милли проекттар
3 Октябрь 2024, 03:50

Йәш белгестәр компанияларҙа стажировка үтә

Йыл башынан алып республиканың 159 эш биреүсеһе юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған 300-гә яҡын кешене үҙ компанияларына стажировкаға ҡабул итте.

Йәш белгестәр компанияларҙа стажировка үтәЙәш белгестәр компанияларҙа стажировка үтә
Йәш белгестәр компанияларҙа стажировка үтә

Йыл башынан алып республиканың 159 эш биреүсеһе юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған 300-гә яҡын кешене үҙ компанияларына стажировкаға ҡабул итте.

Сара Башҡортостанда 2009 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм «Демография» милли проектының төп бурысы – йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарының береһе булып тора.

Был ваҡыт эсендә дәүләт ярҙамы менән 16,5 меңдән ашыу йәш белгес кәрәкле тәжрибә тупланы, ә ҡатнашыусы предприятиелар үҙаллы кадрҙар резервын булдыра алды. 2022 йылда практика республикабыҙ тәжрибәһен башҡа төбәктәргә таратыу өсөн Стратегик башланғыстар агентлығының «Смартек» Ресурсына заявка бирелде.

– Быйыл һөнәри белем биреү ойошмаларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу кимәле уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда юғарыраҡ - 81 процент. Былтыр 70 процент ине, - тип һөйләй Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.

2024 йылда сығарылыш уҡыусыларының стажировкаһына ҡаралған 18 миллион һумдың 17 миллионы контрактҡа индерелгән, күберәк

9 миллион һум эш биреүселәргә йүнәлтелгән.

Сарала ҡатнашҡан эш биреүсегә стажерҙың эш хаҡына сығымдар минималь эш хаҡы күләменә тиклем һәм хеҙмәт хаҡы фондына иҫәпләүҙәр (2024 йылда 28,8 мең һум) компенсациялана. Стажировка 6 айға тиклем дауам итә ала.

Сығарылыш уҡыусыларының стажировка программаһында Белорет металлургия комбинаты, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе кеүек республиканың эре эш биреүселәре һәм шулай уҡ

Нефтекама махсус техника машиналар эшләү заводы, «Микроген «Ғилми-етештереү берекмәһе» АЙ-е филиалы, «Иммунопрепарат», шулай уҡ коммерция ойошмалары, муниципаль һәм дәүләт унитар предприятиелары һәм 50-нән ашыу шәхси эшҡыуар ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас