Яңауыл районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты эшҡыуарҙарға ла, яңы эш башлаусыларға ла, үҙмәшғүлдәргә лә бизнес-идеяһын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Район хакимиәтендә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”форматында кәңәшмәләр үтә. Ҡатнашыусылар яңы объекттар булдырыу, эшмәкәрлеген киңәйтеү, финанс ярҙам алыу өсөн конкурстарҙа ҡатнашыу буйынса тәҡдимдәре менән килә, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Шәхси эшҡыуар Альбина Ғабдрахманова икмәк-ҡалас изделиелары етештерә. Икмәкханаһы ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Продукцияһын Яңауыл һәм Нефтекама ҡалаларында бер нисә сауҙа нөктәһендә һата. Бының менән генә туҡталып ҡалмайынса, етештереүҙе киңәйтеү юлдарын эҙләй ул.
Осрашыу барышында йүнсел ҡатынға төрлө консультацион ярҙам күрһәтелә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/849674#scroll.