+30 °С
Болотло
Милли проекттар
3 Октябрь 2024, 04:00

Мөлдөршиҙе шишмәһенән кеше өҙөлмәй

Асҡын районында тағы бер шишмә төҙөкләндерелде. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мөлдөршиҙе шишмәһенән кеше өҙөлмәйМөлдөршиҙе шишмәһенән кеше өҙөлмәй
Мөлдөршиҙе шишмәһенән кеше өҙөлмәй

Асҡын районында тағы бер шишмә төҙөкләндерелде.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Шишмә “Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы төҙөкләндерелә.

Мөлдөршиҙе шишмәһенән кеше өҙөлмәй. Ауыл халҡы ла, үтеп барыусылар ҙа уның тәмле һыуын тәмләргә йыш туҡтай.

“Аныҡ эштәр” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә шишмә янында матур күпер ҡуйылған, беседка төҙөлгән, эргәһендәге биләмә төҙөкләндерелгән. Солтанбәк ауыл советында шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүләләр, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Ауыл халҡының биләмәне төҙөкләндереүҙә, объекттарҙы асыуҙа әүҙем ҡатнашыуын күреү бик ҡыуаныслы. Шишмәләр – таҙа һыу сығанағы, шуға ла уларҙы матур итеп тотоу мөһим. Бындай сараларҙа ҡатнашыу тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың мөһимлеген тағы ла нығыраҡ аңларға булышлыҡ итә. Һәр кем тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә алғанын аңлай. Күмәкләп тотонғанда алға ҡуйылған ҙур маҡсаттарға ирешергә мөмкин, – ти акцияны ойоштороусы Юлиә Саҙрыева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/848852#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас