+30 °С
Болотло
Милли проекттар
3 Октябрь 2024, 12:10

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына

“Минең бизнесым” үҙәге кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары продукцияһын сертификатлауға ғаризалар ҡабул итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынаКесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына

“Минең бизнесым” үҙәге кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары продукцияһын сертификатлауға ғаризалар ҡабул итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ярҙам Башҡортостан Республикаһында теркәлгән һәм эшләп килгән, шулай уҡ сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһы, инновацион продукция эшләү өлкәләрендә эшмәкәрлек алып барған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына күрһәтелә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Быйыл “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә был хеҙмәттәр менән 130 субъект ҡуллана аласаҡ, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Ғаризалар 18 октябргә тиклем  ҡабул ителә.

Ғариза өсөн һылтанмалар:

юридик шәхестәр өсөн – https://clck.ru/3CMGjf;

шәхси эшҡыуарҙар өсөн – https://clck.ru/3CMJo9.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/850808#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас