“Фән һәм университеттар”милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Вуз-ара кампуста Вернадский исемендәге фәнни-популяр маршрут асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Маршрут буйынса тәүге тапҡыр үтеүселәр – Өфө районы уҡыусылары.
Фәнни-популяр маршрут ҡатнашыусыларға республикала тәбиғи фәндәр өлкәһендә төрлө фәнни асыштар менән танышырға, үткәндән киләсәккә сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. Балалар Өфө фән һәм технологиялар университетының минералдар һәм тау тоҡомдары үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса лабораторияһында интерактив оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша. Уҡыусылар иң таралған геологик “лайфхак”тарҙы тикшереп ҡарай һәм 270 миллион йыл элек, кешелек барлыҡҡа килгәнсе Өфөнөң ниндәй булғанын белә.
Маршрут Өфөләге берҙән-бер геологик музей аша үтә. Унда ҡатнашыусылар Поляр Уралдың тау гәлсәрен, Сахараның эҫе ҡомдарын, Һинд океаны буйы мәрйенен күреү бәхетенә ирешә. Шулай уҡ туристар Зоология музейында ла була. Унда донъяның төрлө мөйөшөнән килтерелгән 10 меңгә яҡын экспонат ҡуйылған. Балалар рептилияларҙы, амфибияларҙы, үрмәксе һымаҡтарҙы һәм бөжәктәрҙе күҙәтә.
– Вуз-ара студент кампусында фәнни-популяр маршруттар ойоштороу матур традицияға әүерелде. Республикала туғыҙ тур булдырылды. 3-4 сәғәт эсендә һеҙ бөтә фәнни лабораториялар, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студент кампусы менән таныша алаһығыҙ. Бөгөнгө маршрут арағыҙҙа ғалим булырға теләүселәрҙе арттырһын, – ти Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәге идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/850973#scroll.