0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Октябрь , 20:21

Илештәр ҡәнәғәт

Улар яңы ФАП-ты көтөп алған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Илештәр ҡәнәғәт
Илештәр ҡәнәғәт

Улар яңы ФАП-ты көтөп алған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Илеш районының Илеш ауылында йыл башында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә модулле фельдшер-акушер пункты эшен башлай. Проекттың маҡсаты булып халыҡҡа йәшәгән, уҡыған йәки эшләгән еренән алыҫ түгел урында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу тора.

Бина ауылдың иң уртаһында тора. Яңы ФАП-та пациенттарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең уңайлығы өсөн иркен һәм яҡты ауырыуҙарҙы ҡабул итеү кабинеты, процедуралар, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау, медикаменттарҙы һаҡлау өсөн бүлмәләр, санузел бар, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яңы бинала беренсел медицина-санитар ярҙам 233 кешегә күрһәтелә, уларҙың 37-һе – балалар. Заманса пунктты Гөлүсә Ғәббәсова етәкләй. Уның 35 йыллыҡ эш тәжрибәһе бар.

– Халыҡ ФАП асылыуын бик көттө. Хәҙер барыһы ла ҡәнәғәт, бында яҡты, уңайлы, ти улар, – тип билдәләй фельдшер.

 Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/851119#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: