Ағиҙелдән Рим Моратшин карауат, өҫтәл, ултырғыс, шкаф, диван, кәнәфи етештереү, шулай уҡ балалар карауаттары өсөн түшәк кәрәк-ярағы тегеү менән шөғөлләнә. Барыһы өсөн дә юғары сифатлы материал ҡуллана.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йүнсел “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы бойомға ашырылған “Ағиҙел ҡалаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” муниципаль программаһы булышлығында етештереүҙе үҫтереү өсөн ҙур партия сеймал алған, был уның бизнесын үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә булышлыҡ иткән.
“Дәүләт ярҙамы продукцияның ассортиментын арттырырға һәм тауарҙың сифатын яҡшыртырға ярҙам итте”, – ти Рим Моратшин.
Компания байтаҡ наградаларға эйә, клиенттар ҙа уның эшенән ҡәнәғәт. Эшҡыуар даими уҡый, үҫешә, был уға социаль эшҡыуарлыҡта уңыш яуларға ярҙам итә. Клиенттарына уңайлы булһын өсөн продукцияһының каталогын булдырған, сайт эшләгән, унда ташламалар һәм түләүҙәрҙең ысулдары тураһында ла мәғлүмәт урын алған.
Маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм дәүләт ярҙамы Рим Моратшиндың уңышҡа юлын асҡан. Ул тыуған ҡалаһы иҡтисадына өлөш индереп кенә ҡалмай, халыҡтың социаль етешлеге өсөн дә хәстәрлек күрә, тип хәбәр итә Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Компания ассортиментын, һатыу географияһын киңәйтеп, алға бара. Ҙур булмаған ҡалала ла уңышлы һәм ышаныслы бизнес асырға мөмкинлек булыуын иҫбатлай.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/841207#scroll.