Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, табип амбулаторияһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған.
Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, терапевт, педиатр, прививка эшләү, көндөҙгө стационар, ҡатын-ҡыҙҙар, процедуралар бүлмәләре, санузел, медикаменттар һаҡлау бүлмәһе бар.
Ишембай районындағы заманса табип амбулаторияһында беренсел медицина-санитар ярҙам 12 ауыл халҡына күрһәтеләсәк. Был ауылдарҙа ике меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың 309-ы – балалар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/841149#scroll.