+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь , 15:41

Хыялы тормошҡа ашҡан

Бөрө ҡалаһынан Татьяна Коновалова социаль килешеү ярҙамында дәүләт ярҙамы алған һәм массаж кабинеты асҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Хыялы тормошҡа ашҡан
Хыялы тормошҡа ашҡан

Бөрө ҡалаһынан Татьяна Коновалова социаль килешеү ярҙамында дәүләт ярҙамы алған һәм массаж кабинеты асҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Быйыл Башҡортостанда меңдән ашыу эшҡыуар үҙ эшен асҡан һәм дәүләт ярҙамы менән сығымының бер өлөшөн ҡаплаған. Социаль килешеү буйынса барыһы 560 миллион һум аҡса түләнгән. “Демография” милли проекты республика халҡының үҙ эшен асыу, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыу, эш эҙләгәндә һәм ауыр хәлгә ҡалған башҡа хәлдәргә ҡалғанда  дәүләттән финанс ярҙамы алыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итә  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Йыл башынан республикала 3055 мең кеше социаль килешеү төҙөгән, йәғни финанс ярҙам алған. Иң киң таралған йүнәлештәр – шәхси эшҡыуарлыҡ (1062 килешеү), эш эҙләү (892 килешеү), шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыу (748 килешеү), – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.

Бөрө ҡалаһынан Татьяна Коновалова социаль килешеү ярҙамында хыялын тормошҡа ашырған – массаж кабинеты асҡан. Ул 350 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Был аҡсаға махсус ҡорамалдар һатып ала, махсус дауалау-һауыҡтырыу массажына өйрәнә һәм организмды нығытыуҙың яңы ысулдары буйынса белем ала.

Март айында асылған массаж студияһынан кеше өҙөлмәй. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, студенттар, пенсионерҙар өсөн махсус льготалы программалар эшләй.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/844841#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: