Стәрлетамаҡ – Салауат юлында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә эштәр тамамланды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
1,4 саҡрым участкала подрядсы юлдың асфальт-бетон япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта, юл билдәләре һыҙыла. Ошо көндәрҙә юл участкаһын эксплуатацияға индереү күҙаллана.
– Стәрлетамаҡ – Салауат трассаһы – республиканың мөһим транспорт артерияһы. Был юл төбәктең ҙур сәнәғәт үҙәктәрен тоташтырып тора. Көн һайын уның аша меңдәрсә автомобиль үтә. Шуға ла был юлдың торошон ҡарап торабыҙ, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 61 километрҙан ашыу транспорт күп йөрөгән төбәк һәм федераль әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлау планлаштырыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/845935#scroll.