+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь , 16:56

Балаларға ҡыуаныс

Ишембай районы балалар сәнғәт мәктәбенә “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә яңы музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдар алынған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Балаларға ҡыуаныс
Балаларға ҡыуаныс

Ишембай районы балалар сәнғәт мәктәбенә “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә яңы музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдар алынған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, финанслауҙың дөйөм күләме 4 миллион 558 мең һум тәшкил иткән, уның 4 миллион 467 мең һумы – федераль бюджеттан. Был белем биреү учреждениеһының матди-техник базаһын яңыртырға булышлыҡ иткән.

Был аҡсаға 25 музыка ҡоралы (улар араһында классик гитара, скрипкалар, тынлы ҡоралдар, аккордеондар, пианино, электрогитара бар), 27 музыка ҡоралы өсөн кәрәкле ҡорамал, 45 төрлө кәрәкле ҡорамал (улар араһында мольберттар, натюрморт өҫтәлдәре, ноутбуктар, телевизор бар), 134 дана сольфеджио буйынса уҡыу әсбабы, музыкаль һәм нәфис әҙәбиәт алынған.

– “Мәҙәниәт” милли проекты беҙҙең балалар сәнғәт мәктәбе үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Сифатлы матди-техник базаның булыуы  белем биреү өсөн айырыуса мөһим. Федераль проект буйынса уҡыу кластарын кәрәкле ҡорамалдар һәм инвентарь менән йыһазландырҙыҡ, – ти Ишембай районы балалар сәнғәт мәктәбе директоры Лилиә Әҙелбаева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/842860#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: