-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Сентябрь , 10:50

Егәрле ғаилә

Резеда менән Динар Хамраевтар Туймазы районына бер нисә йыл элек күсеп килгән. Улар өйҙә ит ыҫлау, ҡаҡлау менән мауығып китә. Яҡындары, таныштары һорай башлағас, был шөғөлдө бизнес итеп үҫтерергә ҡарар итәләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Егәрле ғаилә
Егәрле ғаилә

Резеда менән Динар Хамраевтар Туймазы районына бер нисә йыл элек күсеп килгән. Улар өйҙә ит ыҫлау, ҡаҡлау менән мауығып китә. Яҡындары, таныштары һорай башлағас, был шөғөлдө бизнес итеп үҫтерергә ҡарар итәләр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Резеда Хамраева үҙмәшғүл булараҡ теркәлә. Ыҫлау цехы асыу идеяһы менән ул Туймазы районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә бизнес-проект тураһында һөйләшеү барышында йүнсел ҡатын үҫеш өсөн ниҙәр эшләргә кәрәклеге хаҡында байтаҡ мәғлүмәт ала.

Хамраевтар балыҡ ыҫлау нескәлектәрен дә ныҡлап өйрәнә. Интернет селтәре аша курстар ҙа үтәләр, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль программа буйынса мин 350 мең һум күләмендә субсидия алдым. Был аҡсаға 200 килограмм ит һыйҙырышлы ыҫлау камераһы, электр киптереү-ҡаҡлау шкафы, автоклав һатып алдым. Продукцияның үҙҡиммәте кәмене, ыҫлау ваҡыты дүрт сәғәткә тиклем ҡыҫҡарҙы. Автоклав ярҙамында балыҡ консерваларға ла өйрәндем, – тип һөйләй Резеда Хамраева.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/818855#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: