Ыңғай үҙгәрештәрҙе һаҡлауға “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты булышлыҡ итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2024 йылдың 10 сентябренә ҡарата Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 4,9 процентҡа артҡан. Ыңғай үҙгәрештәрҙе һаҡлауға “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты булышлыҡ итә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Әле республикала 136,7 мең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Улар мәшғүл халыҡтың дүрттән бер өлөшөн эш менән тәьмин итә. Үҙмәшғүлдәрҙең һаны ла артыуы күҙәтелә. Төбәктә 237 меңдән ашыу кеше рәсми теркәлеп, махсус һалым түләүҙе уңайлы тип иҫәпләй, был үткән йылдағы күрһәткестәргә ҡарағанда 27,8 процентҡа күберәк, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
10 сентябргә Башҡортостанда микропредприятиелар һаны 5 процентҡа артҡан 132,1 меңде үтеп киткән. Кесе һәм урта предприятиелар һаны ла артҡан.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/842153#scroll.