+30 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Сентябрь 2024, 08:57

Егәрле ҡатын үҙ эшен асҡан

Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән Әнфисә Ғәбитова байтаҡ йылдар һатыусы булып эшләй, шунан һуң ғына үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Быға дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Егәрле ҡатын үҙ эшен асҡанЕгәрле ҡатын үҙ эшен асҡан
Егәрле ҡатын үҙ эшен асҡан

Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән Әнфисә Ғәбитова байтаҡ йылдар һатыусы булып эшләй, шунан һуң ғына үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Быға дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Кәрәкле йыһаздар һатып алырға һәм “Рәхмәт” сауҙа нөктәһе асырға “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Ағиҙел ҡалаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” муниципаль программаһы булышлыҡ итә.

Программа консультация һәм финанс ярҙамды ла үҙ эсенә ала. Былар йүнсел ҡатынға үҙ эшен асып, уңышлы дауам итергә мөмкинлек бирә. Ә бит Әнфисә Ғәбитова үҙ эшен асыу тураһындағы хыялын йылдар буйы күңелендә йөрөткән була, әммә эште нимәнән башларға белмәй.

– Һәр саҡ уңышҡа ирешәсәгемә ышандым. Ә программа буйынса дәүләт ярҙамы, белгестәрҙең кәңәштәре үҙемдә ышаныс уятты, эште уңышлы башлау өсөн белемгә эйә булдым, – ти ул.

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, кибетте ҡала халҡы тиҙ үҙ итә. Тауарҙың сифатлы һәм төрлө булыуы, клиенттарҙың ихтыяжынан сығып эш итеү, ихтирамлы мөнәсәбәт тарта уларҙы.

Дәүләт ярҙамы, программаларҙа ҡатнашыу эшҡыуарлыҡ эшендә яңы мөмкинлектәр аса.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/841266#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас