+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь , 16:40

Дәүләкән уңғандары

“Йәйғор” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Тәүҙә дүрт мең гектар ерҙе эшкәртһәләр, хәҙер 11 мең гектарға еткергәндәр. Кооператив Суйынсы һәм уның янындағы кешеләр өсөн эш урындары булдыра. Әле бында 45 кеше эшләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Дәүләкән уңғандары
Дәүләкән уңғандары

“Йәйғор” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Тәүҙә дүрт мең гектар ерҙе эшкәртһәләр, хәҙер 11 мең гектарға еткергәндәр. Кооператив Суйынсы һәм уның янындағы кешеләр өсөн эш урындары булдыра. Әле бында 45 кеше эшләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башҡортостанда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү системаһы әүҙем эшләй. Улар гранттар алыу, сығымының бер өлөшөн ҡайтарып алыу мөмкинлегенә эйә.

Дәүләкән районындағы “Йәйғор” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2020 йылда ағалы-ҡустылы Ғабдрахмановтарҙың фермер хужалыҡтары үҫешеүендә яңы баҫҡыс булараҡ барлыҡҡа килгән.

Ғаяз Ғабдрахманов 2003 йылда фермер хужалығы булдыра. 2017 йылда уға Илшат ҡушыла. Илшат етештереү эше өсөн яуап бирһә, Ғаяз финанс мәсьәләләрен хәл итә. Һуңыраҡ Ғабдрахмановтар ауыл хужалығы кооперативы булдыра. Был ҡарар ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһын һатыуҙың яңы юлдарын аса, сығымдарҙы кәметергә, дөйөм алғанда ауыл тормошон еңеләйтеүгә булышлыҡ итә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.  

Предприятие үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Тәүҙә дүрт мең гектар ерҙе эшкәртһәләр, хәҙер 11 мең гектарға еткергәндәр. Кооператив Суйынсы һәм уның янындағы кешеләр өсөн эш урындары булдыра. Әле бында 45 кеше эшләй.

2023 йылда кооператив “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә матди-техник базаны үҫтереүгә 22,7 миллион һумлыҡ грант ала.

– Конкурс ҙур булды. Беҙ 120 миллион һумлыҡ амбициоз проект менән сығыш яһаныҡ. Сығымдарҙың бер өлөшөн грант аҡсаһы менән ҡапланыҡ, ҡалғаны – үҙебеҙҙең елкәлә, – ти Илшат Ғабдрахманов.

Дәүләт ярҙамын иген таҙартыу комплексы төҙөүгә тотоналар. Әле кәрәкле ҡоролмалар һатып алынған, уларҙы монтажлайҙар.

– Беҙ – аграр династиянан. Атай-әсәйҙәребеҙ ғүмер буйы ауылда йәшәне, тыуған ерҙе яратырға һәм уға файҙа килтерергә, хеҙмәткә өйрәтте. Беҙ, туғандар, ауылда ҡалдыҡ, бәләкәй Ватаныбыҙҙы үҫтереү өсөн көсөбөҙҙө һәм белемебеҙҙе йәлләмәйбеҙ. Атайыбыҙ Баязит Ғәзиз улы – Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Уның эшен дауам итеүебеҙ, тыуған еребеҙҙә эшләүебеҙ менән ғорурланабыҙ, – ти Илшат Ғабдрахманов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/841204#scroll.

Дәүләкән уңғандары
Дәүләкән уңғандары
Дәүләкән уңғандары
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: