-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь , 13:17

Бөрөгә килегеҙ

Бөрө ҡалаһы туристик кодын үҫтереүгә 20 миллион һум аҡса бүленгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бөрөгә килегеҙ
Бөрөгә килегеҙ

Бөрө ҡалаһы туристик кодын үҫтереүгә 20 миллион һум аҡса бүленгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ  индустрияһы” милли проекты буйынса 20,2 миллион һум аҡса бүленде, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Бөрө ҡалаһының туристик коды буйынса проектты тормошҡа ашырыу унда йәшәгән халыҡтың һәм туристарҙың ял сифатын күтәреп кенә ҡалмай, бизнесты үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк: төрлө әйберҙәр һатыу нөктәләре барлыҡҡа киләсәк, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Проектҡа урам навигацияһын, туристик-мәғлүмәт үҙәген булдырыу, мәғлүмәт стендтары, реклама конструкциялары, арт-объекттар, яҡтыртыу инсталяциялары ҡуйыу, ҡала йәрминкәләре, байрамдар үткәреү урындарын, майҙансыҡтарҙы яҡтыртыу инә.

Был проектты бойомға ашырыуға федераль бюджеттан – 19,6 миллион, республика ҡаҙнаһынан – 0,4 миллион, урындағы бюджеттан 0,2 миллион һум аҡса бүленә, бюджеттан тыш сығанаҡтар 20,2 миллион һум тәшкил итә.

2023 йылда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһы туркодын булдырыуға 215 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға навигация билдәләре (билдәләр, стендтар, табличкалар); йәрминкә урындары; ваҡиғалар зоналары (тирмәләр, сәхнәләр, аркалар, перголалар, урам кинотеатрҙары); арт-объекттар, фотозоналар, яҡтыртыу инсталляциялары; уңайлылыҡ элементтары (бәҙрәфтәр, гранит бағаналар, люктар, стойкалар) булдырылған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/838925#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: