“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ишембай районының Үрге Этҡол ауылы китапханаһы – 2021 йылда, Үҙәк район китапханаһы 2023 йылда яңыртылып, яңы быуын ауыл китапханаһы статусын алды.
Яңыртыуҙан һуң китапханалар һәр кемде саҡырып торор урынға әйләнә. Заманса дизайн, уңайлыҡтар, өҫтәмә хеҙмәтләндереү бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Китапханалар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған: бында кинетик релакс өҫтәле, мәғлүмәт киоскы, интерактив китап, “Афина” трибунаһы, “Логопед шхунаһы” коррекцион йүнәлешле үҫтереү комплексы, автотренажер, VR-аттракцион бар. Ғәҙәти абонемент һәм уҡыу залы урынына китапханала уҡыу әүҙемлеге майҙаны, библиоинфозона, “ЭтноЗнайка” лабораторияһы, дискуссиялар подиумы, кулинария студияһы, балалар бүлмәһе, әүҙемлек үҙәге, йәштәр өсөн майҙансыҡ, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн зона, мультиүҙәк булдырылған.
Модернизация йылында Үҙәк китапхана фонды 1500 дананан ашыуға, Үрге Этҡол ауылының 11-се модель ауыл китапханаһы филиалы 400-ҙән ашыу данаға тулыландырылған. Традицион баҫмаларҙан тыш китапханаларға фотикуляр форматта, еҫле китаптар, 3D һәм 4D форматлы өҫтәмәләре булған фәнни-популяр энциклопедиялар, Брайль шрифты менән баҫылған документтар өҫтәлгән.