Йыл башынан алып республиканың мәшғүллек үҙәктәре “Демография” милли проекты сиктәрендә һөнәри белем биреү һәм ҡайтанан уҡыу программалары буйынса 2,4 мең ғаризаны хуплаған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
1,4 мең кеше үҙенә тап килгән программаны һайлап, килешеү төҙөгән. 115 кеше әле уҡыуҙарын тамамлаған да инде, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Дәүләт программаһы буйынса Башҡортостанда эшсе, йәғни дефицит һөнәргә эйә кешеләр арта бара. Быйыл программала МХО ветерандары, бәләкәй балалы әсәйҙәр, 50 йәштән ололар, эшһеҙҙәр һәм эшһеҙлек ҡурҡынысы янаған кешеләр бар. Улар 280-дән ашыу йүнәлеш буйынса түләүһеҙ белем алыу мөмкинлегенә эйә. Был йүнәлештәр “Рәсәйҙә эш” порталында урынлаштырылған, – ти Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
2024 йылда инвалидтар һәм баланың әсәһенән тыш декрет ялында булған башҡа туғандары ла программаның һәр ҡайһыһы буйынса түләүһеҙ уҡый ала. Уҡыу процесы уңайлы итеп ойошторолған. Белем биреү программалары исемлеге йыл дауамында тулыландырылып бара.
Әле республикала мәғлүмәт ресурстары һәм социаль селтәрҙәр, маркетплейстар буйынса белгес, тегеү ҡорамалдары операторы, тестар үткәреүсе белгес, веб-дизайнер, бухгалтер һәм башҡа һөнәрҙәрҙе күберәк һайлайҙар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/838385#scroll.