Эштәр “Һанлы иҡтисад” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Биш йыл эсендә Башҡортостанда Интернет селтәренә өс меңдән ашыу социаль әһәмиәтле объект тоташтырылған. Эштәр “Һанлы иҡтисад” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә башҡарылған. Әле 2,5 меңдән ашыу ауыл-ҡала Интернет селтәре менән тәьмин ителгән, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Йыл аҙағына тиклем селтәргә федераль проект сиктәрендә 50 ауылды, шулай уҡ республика проекты сиктәрендә 24 ауылды тоташтырыу планлаштырыла.
“Беҙ Башҡортостанда инфраструктураны үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Был эштә беҙгә федераль һәм республика проекттары ярҙам итә. Мәҫәлән, республикала һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү буйынса федераль проект әүҙем эшләй, хәҙер 242 ауылда кәрәҙле бәйләнеш бар. Республика проекты сиктәрендә юғары тиҙлекле Интернет 267 ауылда булдырылды. “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә 2019 – 2024 йылдарҙа республикала Интернет селтәренә 3086 социаль әһәмиәтле объект тоташтырылды, – ти Башҡортостан дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.
Бынан тыш, республикала граждандар тормошо өсөн сифатлы мөхит булдырыу буйынса милли рейтинг күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса эштәр дауам итә. “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон рәүештә алыу механизмын ҡулланған граждандар һаны” күрһәткесе ике йылда 22 процентҡа артҡан.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/836754#scroll.