Махсус ҡорамалдар алыуға 600 мең һум аҡса бүленә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2024 йылда Дүртөйлө Үҙәк район китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты сиктәрендә Рәсәй ҡалаларында виртуаль концерт залдары булдырыуға федераль ҡаҙнанан субсидиялар биреүгә РФ субъекттарын һайлауҙа еңеү яуланы, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Виртуаль концерт залы – ҙур проект ул. Онлайн-трансляция системаһы иң яҡшы концерттарҙы тура эфирҙа һәм яҙылған килеш ҡарау мөмкинлеге аса. Махсус ҡорамалдар алыуға 600 мең һум аҡса бүленә. “Милли проект районыбыҙҙа тағы бер мәҙәни урын булдырыуға булышлыҡ итте. Виртуаль концерт залы, китапхана эшен байытыуҙан тыш, уның статусын да күтәрә, яңы кешеләрҙе лә йәлеп итер”, – ти китапхана директоры Елена Хәлиуллина.
Виртуаль концерт залының тәүге тамашасылары Башҡортостан Республикаһы халыҡ ҡоралдары милли оркестрының “Быуаттар төпкөлөнән – Урал легендалары” тип аталған концертын ҡарай.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/835949#scroll.