-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Сентябрь 2024, 10:00

Әбйәлил районында ике “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды

Улар Буранғол һәм Яңы Балапан ауылдары мәктәптәрендә эш башланы, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Әбйәлил районында ике “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды
Әбйәлил районында ике “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды

Яңы "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре Буранғол һәм Яңы Балапан ауылдары мәктәптәрендә эш башланы, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә асыла.

Проект буйынса уҡыу кабинеттарында күп функциялы ҡорамалдар, микроскоптар, химия, физика буйынса тәжрибәләр күрһәтеү өсөн ҡорамалдар, робототехника йыйылмалары, ноутбуктар һәм башҡа бик күп йыһаз ҡуйылған.

“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре сифатлы дөйөм белем биреү өсөн бик әһәмиәтле. Уҡыусыларға һәм педагогтарға  ижади яҡтан үҫешеү, төрлө яҡлап һәләттәрен асыу өсөн мөмкинлектәр булдырыла”, – тип белдерә  Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.

Әле Әбйәлил районында 20 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге эшләй. Уларҙың дүрте – һанлы һәм гуманитар йүнәлештә, ә 16-һы – тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/837088#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: