Ҡариҙел районында яңы глэмпинг асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Шәхси эшҡыуар Ләйсән Зәйнуллина ял урынын “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ярҙамы менән аса.
Глэмпинг Павловка һыуһаҡлағысының ярында, иҫ киткес матур ерҙә урынлашҡан. 18 модулле өйҙә бер юлы 80 кеше ял итә ала. Бында волейбол майҙансығы, сәхнә, барбекю зонаһы, пляж, беседкалар, бәүелсәктәр ҡуйылған. Балалар өсөн уйын майҙансығы булдырылған. Шулай уҡ катамаранда йөрөү мөмкинлеге лә бар.
Глэмпингты булдырыуға 70 миллион һум аҡса тотонолған, уның 30 миллион һумы – дәүләт ярҙамы, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Дәүләт ярҙамы эшҡыуарҙарыбыҙҙы алға әйҙәй, районыбыҙҙа туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Муниципалитет өсөн был, һис шикһеҙ, бик мөһим. Яңы ҡыҙыҡлы идеяларҙы, проекттарҙы тормошҡа ашырыу беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле, – ти Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/835437#scroll.