-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь 2024, 09:00

Өфөлә 15 меңдән ашыу кеше яңы “Сәнәғәт медицинаһы үҙәге”ндә диспансеризация үткән

 “Сәнәғәт медицинаһы үҙәге” 13-сө Өфө ҡала клиник хәстәханаһы нигеҙендә быйыл ойошторола. Табиптар диспансеризация сиктәрендә 15 меңдән ашыу кешене ҡараған. Уларҙың күп өлөшөн УМПО ойошмаһы хе:ҙмәткәрҙәре тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә 15 меңдән ашыу кеше яңы “Сәнәғәт медицинаһы үҙәге”ндә диспансеризация үткән
Өфөлә 15 меңдән ашыу кеше яңы “Сәнәғәт медицинаһы үҙәге”ндә диспансеризация үткән

 “Сәнәғәт медицинаһы үҙәге” 13-сө Өфө ҡала клиник хәстәханаһы нигеҙендә быйыл ойошторола. Табиптар диспансеризация сиктәрендә 15 меңдән ашыу кешене ҡараған. Уларҙың күп өлөшөн УМПО ойошмаһы хе:ҙмәткәрҙәре тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Даими һәм профилактик медицина тикшереүе, диспансеризация, шулай уҡ беренсел медицина-санитария һәм дауалау-профилактика ярҙамы предприятие биләмәһендә күрһәтелә. Бының өсөн үҙәктең алты күсмә комплексы ҡулланыла. Уларға электрокардиография, ультратауышлы диагностика, күҙ һәм артериаль баҫымды үлсәү, ҡандағы глюкозаны тикшереү һ.б. өсөн кәрәкле медицина йыһаздары ҡуйылған. Күсмә комплекстар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған.

– “Сәнәғәт медицинаһы үҙәге”н булдырыуҙың төп маҡсаты – предприятиеларҙа эшләгән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү. Беҙҙең үҙәккә йәшәү урыны буйынса теркәлгән кешеләрҙән тыш 23 мең самаһы УМПО хеҙмәткәре ҡарай, – ти хәстәхананың баш табибы Булат Ғарифуллин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/831573#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: