-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь , 10:00

Дәрестәр тағы ла мауыҡтырғыс булыр

Туймазы районында 22 “Үҫеш нөктәһе”үҙәге уңышлы эшләп килә. Уларҙың береһе Сайран ауылы мәктәбендә асылды, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ул тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнлештә эшләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Дәрестәр тағы ла мауыҡтырғыс булыр
Дәрестәр тағы ла мауыҡтырғыс булыр

Туймазы районында 22 “Үҫеш нөктәһе”үҙәге уңышлы эшләп килә. Уларҙың береһе Сайран ауылы мәктәбендә асылды, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ул тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнлештә эшләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Үҫеш нөктәһе” кластары барлыҡҡа килеүен уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа түҙемһеҙләнеп көтә. “Мәғариф” милли проекты буйынса мәктәптә заманса йыһаз, ижад итеү һәм уҡыу өсөн уңайлы урындар барлыҡҡа килә. Балалар уҡытыусылары ярҙамында яңы мөмкинлектәр менән таныша.

Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Чернова әйтеүенсә, хәҙер был уҡыу йортоноң да үҙ мини-кванториумы бар. Ул уҡыусыларға технологияларҙы, робототехниканы, дизайнды, хәүефһеҙлекте һәм башҡа йүнәлештәрҙе яҡшылап өйрәнергә булышлыҡ итер, командала эшләргә мөмкинлек асыр. Биология, химия, физика дәрестәре ғәҙәттәгесә генә булып ҡалмаҫ, айырыуса мауыҡтырғыс булыр.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/832873#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: