Башҡортостанда биш йыл эсендә, йәғни 2019 йылдан алып 2023 йылғаса, “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы”, “Агротуризм” грант программаларында әүҙем ҡатнашып, йылҡысылыҡты үҫтергән 76 ауыл эшҡыуары дәүләт ярҙамы алған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостанда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның төп бурыстарының береһе булып кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү тора.
– Бөгөн йылҡысылар ауыл хужалығы өсөн күрһәтелгән бөтә ярҙам саралары менән ҡуллана ала. Улар араһында льготалы кредиттар, техникаға, игенгә, һөткә субсидиялар, гранттар бар, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 – 2023 йылдарҙа республика агросәнәғәт комплексы өлкәһендә кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүгә дөйөм алғанда өс миллиард 312 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 552 эш урыны булдырылған. Быйыл был маҡсатта 422 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған, 100 эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Башҡортостан илдә йылҡы малы һаны буйынса – икенсе, ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урында килә. Был тенденция 15 йыл буйына һаҡланып килә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/825297#scroll.