-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2024, 11:26

23 меңдән ашыу социаль килешеү төҙөлгән

Башҡортостанда йыл һайын биш меңдән ашыу кеше социаль контракт төҙөү сиктәрендә ярҙам ала. Хөкүмәт ултырышында социаль килешеү нигеҙендә  адреслы социаль ярҙам булараҡ “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләштеләр, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

23 меңдән ашыу социаль килешеү төҙөлгән
23 меңдән ашыу социаль килешеү төҙөлгән

Башҡортостанда йыл һайын биш меңдән ашыу кеше социаль контракт төҙөү сиктәрендә ярҙам ала. Хөкүмәт ултырышында социаль килешеү нигеҙендә  адреслы социаль ярҙам булараҡ “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләштеләр, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, һуңғы дүрт йыл эсендә 23 меңдән ашыу социаль контракт төҙөлгән. Килешеү сиктәрендә түләүҙәр өсөн 2,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

Социаль килешеү дүрт йүнәлеш буйынса төҙөлә:

  • эш эҙләүгә ;
  • шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыуға;
  • шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыуға;
  • ауыр хәлгә тарыуҙан ҡотолоуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән башҡа сараларға.

Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыу йүнәлештәренә һорау ҙур. Улар буйынса социаль килешеүҙәр 12 айға төҙөлә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/825371#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: