“Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты яңы һөнәрҙәр алыу буйынса байтаҡ мөмкинлектәр аса. Өйҙән сыҡмай ғына, онлайн квалификацияны күтәрергә була.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Яңы оҫталыҡтарға, заманса һөнәрҙәргә эйә булып, үҙеңде бөтөнләй икенсе өлкәлә асырға мөмкин.
Ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙең береһе – “Мәғлүмәт ресурстары һәм социаль селтәрҙәр буйынса белгес”. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары ошо йәһәттән белем бирә. Программа киң аудиторияға иҫәпләнгән, бында йәштәр ҙә, бәпес менән ялда ултырған әсәйҙәр ҙә, пенсия алды йәшендәгеләр ҙә бар, тип хәбәр итәләр Дүртөйлө районы хакимиәтенән.
– Эшем мәғлүмәт ресурстары һәм социаль селтәрҙәр менән тығыҙ бәйләнгән. “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Телеграм”дың ни икәнен бик яҡшы белгән кеүекбеҙ. Әммә яҡшылап өйрәнә башлағас, белемемдең ни тиклем өҫтөн икәнен аңланым, – ти Дүртөйлө районынан Индира Сабитова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/828914#scroll.