Сараға алты ҡаланан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Күмертау, Мәләүез, Сибай медиктары көс һынашты, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Медицина хеҙмәткәрҙәре волейбол, йөҙөү, еңел атлетика кросы, эстафета, арҡан тартыу буйынса ярыша.
Һөҙөмтәләр буйынса иң шәп команда тип Сибай үҙәк район дауаханаһы командаһы табыла. Икенсе урынға Стәрлетамаҡ медиктары сыға. Ә өсөнсө урынды Күмертау хеҙмәткәрҙәре ала.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/828377#scroll.