+30 °С
Болотло
Милли проекттар
28 Август 2024, 07:52

Йәй менән хушлашалар

Ейәнсура районы үҙәгендә “Хуш, йәй-2024” тип аталған байрам үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йәй менән хушлашаларЙәй менән хушлашалар
Йәй менән хушлашалар

Ейәнсура районы үҙәгендә “Хуш, йәй-2024” тип аталған байрам үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Иҫәнғолда бындай сара үткәреү инде матур йолаға әүерелгән.

 “Дуҫлыҡ” паркында ойошторолған байрам сағыу, бай программалы үтте. Район мәҙәниәт йорто коллективтары һәм солистары сығыш яһаны, дискотека ойошторолдо. Шулай уҡ байрам сиктәрендә “Ейәнсура йондоҙҙары” район йәштәр эстрадаһы фестивале үтте, тип хәбәр итә  Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Йәй, тыуған ер һәм, әлбиттә, мөхәббәт тураһында йырҙар тамашасыларҙы дәртләндерә, кәйефен күтәрә, улар үҙ сиратында һәр артистың сығышын алғыштарға күмә, ҡушылып йырлай, бейей.

Сара “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына яуап бирә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/826892#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас