Улар Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн, Иҫке Муса, Шайморатов ауылдарында асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
ФАП-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.
Яңы биналар заманса талаптарға һәм стантарттарға ярашлы төҙөлә. Улар халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм уңайлы эш өсөн бар кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған.
Яңы медицина ойошмаларында тәжрибәле фельдшерҙар ҡабул итәсәк.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, программа буйынса республикала 2025 йылға тиклем 11 поликлиника, өс участка һәм бер үҙәк район хәстәханаһы, 21 дөйөм практика табибы офисы, 42 табип амбулаторияһы, 456 фельдшер-акушер пункты төҙөү, ике поликлиниканы реконструкциялау ҡаралған. Дүрт үҙәк район һәм 11 участка хәстәханаһында, 48 поликлиникала, 20 амбулаторияла, ике ФАП-та капиталь ремонт үткәрелә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/822729#scroll.