Яңауыл районынан шәхси эшҡыуар Артур Шафиҡов Киҫәк-Ҡайын ауылы янында ер участкаһын ҡуртымға алып, “Туризм. Балыҡ тотоу. Һунар итеү” туристик проектын тормошҡа ашырырға теләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ошо идеяһы менән ул “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә.
Бында ҡунаҡ өйҙәре һалып, туристик база булдырырға теләйҙәр. Мунса, балалар майҙансыҡтары ла эшләү күҙаллана. Шулай уҡ кәмә, катамаран, байдаркаларҙы прокатҡа алырға мөмкинлек буласаҡ. Объектты 2025 йылда тапшырыу ҡарала.
Ҙур инвестиция проекты 25 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/817226#scroll.