+30 °С
Болотло
Милли проекттар
9 Август 2024, 08:01

Тәүлегенә – 100 литр

Күгәрсен районынан Илдус Сәлихов 2005 йылда фермер хужалығы ойоштора. Башта ул үҫемселек менән генә шөғөлләнә, артабан йылҡы үрсетергә була. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тәүлегенә – 100 литрТәүлегенә – 100 литр
Тәүлегенә – 100 литр

Күгәрсен районынан Илдус Сәлихов 2005 йылда фермер хужалығы ойоштора. Башта ул үҫемселек менән генә шөғөлләнә, артабан йылҡы үрсетергә була.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әле крәҫтиән-фермер хужалығы төп йүнәлеш итеп ит һәм ҡымыҙ етештереүҙе алған. Ферма тәүлегенә 100 литр ҡымыҙ бешә, уны урындағы кибеттәрҙә, Мораҡта, Күмертауҙа һаталар.

Бөгөн хужалыҡта 90 баш мал иҫәпләнә. Фермала дүрт хеҙмәткәр эшләй. Бесәнде лә үҙҙәре етештерәләр. Комбайндары, ике тракторҙары бар.

Илдус Сәлихов ҡымыҙ бешеүселәр бәйгеләрендә даими ҡатнашып тора. 2017 йылда фермер “Үҙ эшенең оҫтаһы” дәүләт наградаһы алған. Киләсәктә лә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә иҫәбе йүнселдең.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә фермер хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, тип белдерә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/816234#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас