Учалы район модель китапханаһы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Анатолий Алексиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙәби сара үткәрҙе.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йәш уҡыусылар балалар яҙыусыһының ижады менән таныша. Уның әҙәп, әхләҡ темаһына яҙған әҫәрҙәре мауыҡтырғыс сюжеттары менән айырылып тора. Балалар һәр әҫәр тураһында ҡыҙыҡһынып тыңлай. Сара һуңында яҙыусының әҫәре буйынса төшөрөлгән “Иң бәхетле көн” тип аталған фильмды ҡаранылар, тип хәбәр итә Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән сара барышында шулай уҡ күргәҙмә лә ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/816975#scroll.