Өфөлә “Батарейкалар тапшырабыҙ” экологик акцияһы үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бының өсөн “Дим” мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә 12 – 18 августа махсус контейнер ҡуйыла. Унда батарейкаларҙан тыш электрон техника аккумуляторҙарын, пауэр-банктарҙы, кеҫә телефондарын һәм башҡа мобиль электрониканы тапшырырға мөмкин.
Ҡала халҡында тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу, көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатын тотҡан сара “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала ҡатнашыу өсөн 12.00 – 16.00 сәғәттә килергә кәрәк. Алып килгән әйберҙәр үлсәнә һәм еңеүселәр билдәләнә.
Йыйылған батарейкалар эшкәртелә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/816329#scroll.