Саҡмағош ауылында “Йәйҙән көс алабыҙ” тип аталған сара үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡатнашыусылар йәй, һаулыҡ һәм спортҡа арналған йомаҡтар сисә, ошо темаға әҙәбиәт менән таныша, артабан сослоҡ та, етеҙлек тә, татыулыҡ та талап иткән күмәк ярыштар башлана. Барыһы ла ихлас ҡатнашып, яҡшы кәйефтә таралыша.
“Спорттың файҙаһы күп икәнен барыһы ла белә. Балалар спортты үҙ итһен өсөн уларҙы ҡыҙыҡтырырға кәрәк”, – тип бүлешә сараны ойоштороусы Гөлнара Китапова.
Конкурс-уйын сараһы “Демография” милли проекты һәм “Асыҡ һауала йәйге уҡыу залы” китапхана программаһы сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/810837#scroll.