Первушинола XVIII Бөтә Рәсәй авиация яратыусылар слеты үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Байрамға Рәсәйҙең 35 төбәгенән 170 ҡатнашыусы килде, ә тамашасыларҙың һаны биш меңгә етте, тип хәбәр итә Кушнаренко районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты маҡсаттарына тап килгән сара барышында туғыҙ оҫталыҡ дәресе, һауа программаһы ойошторола. Юғары пилотаж буйынса ете тапҡыр абсолют донъя чемпионы Светлана Капанинаның самолеты һауала вертикаль рәүештә туҡтап ҡалып, таштай аҫҡа атылғанда тамашасылар аһ итә. Тамаша сағыу, күңелле үтә, һис кемде битараф ҡалдырмай.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/810453#scroll.