Туймазы спортсменкаһы – ветерандар араһында еңел атлетика буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Мәскәүҙә ветерандар араһында үткән Рәсәй еңел атлетика чемпионатында Туймазынан Гөлсинә Нуретдинова ла ҡатнаша. Ул 400, 800, 1500 метр дистанцияла йүгереү буйынса алтын миҙалдар яулай.
Гөлсинә Нуретдинова спорт менән пенсияға сыҡҡас ҡына шөғөлләнә башлай. Тренеры Вячеслав Чернов уға шәхси тренировкалар тәртибен төҙөй.
ГТО нормативтарын алтын билдәгә тапшырғас, пенсионер еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итә. Һөҙөмтәләр үҙе көткәндән дә шәберәк килеп сыға. Биш ейән-ейәнсәренең генә түгел, бөтә район халҡының ғорурлығы ул хәҙер. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн йәш кәртә була алмауын иҫбатланы ул, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сара “Демография” милли проекты маҡсаттарына яуап бирә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/804823#scroll.