Өфөлә әлеге юл-төҙөлөш миҙгелендә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 29 саҡрым тәшкил иткән 12 юл участкаһын норма хәленә килтереү ҡаралған. Был маҡсатта республика һәм ҡала бюджеттарынан 673 миллион һум аҡса бүленгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әле ике объектта эштәр тамамланған, тағы өсөһөндә тамамланыу алдында тора, йәғни 80 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Юл эштәре барған урындарҙа ваҡытлыса хәрәкәт сикләнә. Был хаҡта мәғлүмәтте Өфө ҡалаһы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә табырға була.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/799152#scroll.