+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аттар телен аңлай

Әбйәлил районынан Рәсих Ҡарабандин 2023 йылда “Агростартап” гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан. 4,6 миллион һум аҡсаға ул йылҡы малы алған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Аттар телен аңлай
Аттар телен аңлай

Әбйәлил районынан Рәсих Ҡарабандин 2023 йылда “Агростартап” гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан. 4,6 миллион һум аҡсаға ул йылҡы малы алған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Яңы эш башлаған фермер быға тиклем малсылыҡ өлкәһендә эшләгән. Башта ул – ветеринар, артабан баш зоотехник, район ветеринария станцияһы начальнигы вазифаларын үтәгән, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Ғүмерем буйы ауыл хужалығында эшләнем. Фермерҙарға малсылыҡтың үҙенсәлектәре тураһында һөйләнем, кәңәштәр бирҙем. Шуға ла был өлкә миңә бик таныш һәм күңелемә яҡын. Үҙем дә йылҡы үрсетергә булып киттем, – тип бүлешә йүнсел.

Хәләл ефете, балалары ла фермерҙың ҡарарын хуплап ҡаршы ала. Эшҡыуар 30 гектар ерҙе эшкәртә. Бесәнде үҙҙәре етештерә, ә һолоно һатып алалар.

Йәй көнө бында көнөнә 100 – 120 литр бейә һөтө етештерелә. Ҡарабандин фермаһын үҫтерергә, мал башын арттырырға йыйына. Уңышҡа ирешеү өсөн аттарҙы яратыу, уларға ни кәрәк икәнен аңлау мөһим, ти ул.

“Агростартап” гранттар конкурсы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/791319#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: