-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Алтын туйҙарығыҙ ҡотло булһын!

Матур парҙарҙың береһе – Розалия һәм Финус Нурғәлиевтар ғаиләһе. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Алтын туйҙарығыҙ ҡотло булһын!
Алтын туйҙарығыҙ ҡотло булһын!

Матур парҙарҙың береһе – Розалия һәм Финус Нурғәлиевтар ғаиләһе.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Яңауыл районы Максимовка ауылында ғаилә көнөнә арналған тантаналы сарала 50 йыл бергә йәшәгән бәхетле парҙарҙы ҡотлайҙар. Матур парҙарҙың береһе – Розалия һәм Финус Нурғәлиевтар ғаиләһе.

Ғаилә башлығы ғүмере буйы “Башнефть” ойошмаһында эшләгән. Хәләл ефете иһә хеҙмәт юлын Максимовка ауылы мәктәбендә башлаған, артабан 22 йыл дауамында ауыл мәҙәниәт йорто мөдире булған. Ауыл халҡы ул үткәргән йылы кисәләрҙе, ҡыҙыҡлы сараларҙы һаман иҫләй әле. Тормош иптәше лә был эшен аңлап ҡабул итә. Әле улар икеһе лә – хаҡлы ялда.

Нурғәлиевтар дүрт балаға ғүмер биреп, тәрбиәләгән.

“Ғаилә – иң мөһиме. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәргә тапшырыу үтә лә мөһим”, – ти Розалия апай.

Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторола

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/797786#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: