Өфө һәм уның янында шулай уҡ 110 транспорт һаны детекторы, 70 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйыу ҡаралған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, белгестәр 39 объектты яңырта. Эштәр Зорге, Вологод, Сочи, Софья Перовская, Комаров, Кувыкин, Урман техникумы, 8 Март, Октябрҙең 50 йыллығы, Комсомол, Үҙәк һәм башҡа урамдарҙа алып барыла.
Шулай уҡ 110 транспорт һаны детекторы, 70 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйыла. Улар транспорт хәрәкәтен көйләргә, машиналар һанын анализларға һәм шунан сығып онлайн режимда светофор сигналы эшен көйләргә ярҙам итер, тип күҙаллана.
“Аҡыллы” светофорҙар “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ҡуйыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/799645#scroll.