-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Грант ярҙамында

Баймаҡ районынан Илназ Хәмитов йылҡы үрсетә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Грант ярҙамында
Грант ярҙамында

Баймаҡ районынан Илназ Хәмитов йылҡы үрсетә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Мин – ауыл малайы. Бала саҡтан атайыма эйәреп мал ҡараштым. Бер саҡ танышым грант алыуы тураһында һөйләне. Мин дә тәүәккәлләп ҡарарға булдым. Йыл буйына әҙерләндем, сөнки бизнес-планды дөрөҫ итеп төҙөргә кәрәк ине, – тип һөйләй ул.

2023 йылда яңы эш башлаған йүнсел 4,9 миллион һум “Агростартап” грантына эйә була. Был аҡсаға йылҡы малы, трактор, һауын аппараты, электр көтөүсеһе алыуға тотона. Кәрәкле ҡорамалдарҙың ҡайһы береһен фермер ҡуртымға ла ала. Мал аҙығын да үҙе үҫтерә. Фермала ике кешегә эш урыны булдырған. Үҙе лә тракторында ер һөрөргә, бесән сабырға сығып китә.

Илназ бизнесын артабан да үҫтерергә хыяллана. “Әле хужалыҡта аттарҙың һаны  33 башҡа етте. Быйыл бейәләр ҡолонланы. Мал башын күбәйтергә, етештереү күләмен арттырырға йыйынабыҙ, – тип ниәттәре менән бүлешә ул.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл “Агростартап” грантына конкурста 36 яңы эш башлаусы фермер еңеп сыҡҡан.

“Агростартап” программаһы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/780427#scroll.   

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: