+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шаҡша күпере ябыла. Ике аҙнаға

9 июлдән алып 24 июлгә тиклем хәрәкәт тулыһынса туҡтатыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Шаҡша күпере ябыла. Ике аҙнаға
Шаҡша күпере ябыла. Ике аҙнаға

9 июлдән алып 24 июлгә тиклем хәрәкәт тулыһынса туҡтатыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Өфөлә Шаҡша күперендә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ремонт эштәре дауам итә.

9 июлдән алып 24 июлгә тиклем хәрәкәт тулыһынса туҡтатыла. Автомобиль  транспорты Көнсығыш сығыу юлы аша үтә ала, шулай уҡ электричкала йөрөү мөмкинлеге бар. Ашығыс хеҙмәттәрҙең машиналары өсөн Князево ауылында паром эшләй, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ҡала хеҙмәттәре был уңайһыҙлыҡтарға аңлап ҡарауҙы һәм маршрутты алдан билдәләүҙе үтенә. Ошондай  ваҡытлы уңайһыҙлыҡтарҙы үтмәй тороп, ремонт эштәрен ваҡытында сифатлы башҡарыу мөмкин түгел, ти улар.

 Муниципаль килешеүгә ярашлы, барлыҡ эштәр 2025 йылдың 28 февралендә тамамланырға тейеш. Төҙөүселәр иһә объектты ваҡытынан алда тапшырырға ниәтләй.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/796196#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: