+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ниәттәре матур

Иглин ауылында Регина һәм Рауил Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе косметика һәм көнкүреш химияһы сығара. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ниәттәре матур
Ниәттәре матур

Иглин ауылында Регина һәм Рауил Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе косметика һәм көнкүреш химияһы сығара.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Косметиканы “Экотехнология” компанияһы сығара. Был ойошма “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә булдырылған, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Регина Өфө нефть техник университетында химик-технолог һөнәрен алған. Ғаилә бизнесында ул инновацион идеялар һәм продукттарҙы эшләү өсөн яуап бирә. Ғаилә башлығы Рауил иһә етештереү, логистика менән идара итә, сеймалдың ваҡытында килеп етеүен хәстәрләй.

Йәш ғаилә билдәле брендтар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән тыш, Мәскәү бизнесмены Воскобойников менән берлектә Monkey бренды аҫтында үҙ косметикаһын булдырған. Был брендҡа 17 төрлө әйбер инә, улар араһында крем, шампунь, скраб, бальзам, лосьон кеүек косметика төрҙәре бар.  

Мөхәмәтйәновтар алты кешегә эш урыны булдырған, улар барыһы ла ошо ауылда йәшәй. Ғаилә матур ниәттәр менән йәшәй, етештереү күләмен арттырырға, импортты алмаштырыр материалдар ҡулланырға теләктәре.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/786368#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: