-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Lady007 бизнес-акселераторы берләштерә

Башҡортостанда был программа буйынса 800-ҙән ашыу эшҡыуар гүзәл зат белем алған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Lady007 бизнес-акселераторы берләштерә
Lady007 бизнес-акселераторы берләштерә

Башҡортостанда был программа буйынса 800-ҙән ашыу эшҡыуар гүзәл зат белем алған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башҡортостанда Lady007 акселераторы программаһы буйынса 800-ҙән ашыу эшҡыуар гүзәл зат белем алған. Сара “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Проект 18 майҙа башлана һәм 1,5 ай буйы дауам итә. Был ваҡыт эсендә 25 онлайн сара ойошторола, 3 осрашыу, 200-ҙән ашыу мастермайнд үтә. Унда 52 коуч, 36 куратор, 12 спикер йәлеп ителә. Программаны үтеү барышында алынған белеме ярҙамында ҡатнашыусылар үҙ бизнесын анализлай, уны үҫтереү юлдарын асыҡлай.

Финалға  10 ҡатнашыусы үтә. Еңеүсе тип Туймазы ҡалаһынан Екатерина Мортазина табыла. Ул ҡатын-ҡыҙ кейеме тегә. Әле айына 2 – 8 мең әйбер етештерелә. Командаһында 17 кеше эшләй. Йүнсел ҡатын фабрика төҙөргә, етештереү күләмен арттырырға, яңы магазиндар асырға теләй.

Икенсе урынды Бәләбәйҙән үҙмәшғүл Наталья Копанева ала. Ул бельгия шоколадынан трюфель һәм премиум класлы сыр етештерә.

Өсөнсө урынға Өфөнән “Ышаныслы доктор” медицина ярҙамы клиникаһынан Гүзәл Дәүләтшитна сыға.  

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/794037#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: