-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Урмандар тергеҙелә

Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” акцияһы барышында ике миллион төп ағас ултыртылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Урмандар тергеҙелә
Урмандар тергеҙелә

Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” акцияһы барышында ике миллион төп ағас ултыртылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарының береһе – урманды тергеҙеү майҙанын арттырыу.  

Республика урмандарында “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә 663 гектар майҙанда 2,2 миллиондан ашыу ағас үҫентеһе ултыртылған. Экологик-патриотик сараларҙа 133 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

2024 йылда 15,2 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү күҙаллана. Был ағас ҡырҡыу майҙанына ҡарағанда 1,6 мең гектарға артығыраҡ, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында һигеҙ мең төп ҙур ағас һәм 159 мең үҫенте ултыртылған, 106 яңы тематик аллея булдырылған. Акцияла барыһы 57 мең кеше ҡатнашҡан.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/790566#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: