+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тегенселәргә ихтыяж ҙур

500-ҙән ашыу кеше “Алға” махсус иҡтисади зонаһында тегеү эше менән шөғөлләнеү өсөн түләүһеҙ белем алған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тегенселәргә ихтыяж ҙур
Тегенселәргә ихтыяж ҙур

500-ҙән ашыу кеше “Алға” махсус иҡтисади зонаһында тегеү эше менән шөғөлләнеү өсөн түләүһеҙ белем алған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башҡортостанда эшһеҙлек кәмей бара. Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәрҙең тәҡдимдәре артыуы күҙәтелә. “Алға” махсус иҡтисади зонаһында тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарын кадрҙар менән тәьмин итеү “Демография”милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, июнь башына республика банкында 57 мең вакансия булған, был күрһәткес йыл башындағыға ҡарағанда – 11 меңгә, үткән йыл күрһәткесенә ҡарағанда 2,2 меңгә артығыраҡ.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, мәшғүллек үҙәктәре “Аркада” һәм  ZASPORT фабрикаһы предприятие-резиденттары менән тығыҙ бәйләнештәр булдырған.

– “Аркада”ға етештереү башланғандан алып мәшғүллек үҙәктәре аша 422 кеше эшкә урынлашҡан, уларҙың 302-һе “Һанлы ҡорамалдарҙы белгән тегеү ҡорамалы операторы” һөнәре буйынса түләүһеҙ белем алған. ZASPORT предприятиеһының хеҙмәт коллективын 100-ҙән ашыу тегеү операторы тулыландырған, улар ҙа түләүһеҙ белем алған. 83 кеше өсөн “Амкодор” предприятиеһында эш табылған, – ти министр.

Әле “Аркада” һәм ZASPORT компанияларына тегеү операторҙары кәрәк. Мәшғүллек үҙәге белгестәре Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Ишембай ҡалаларына, шулай уҡ райондарға сығып кадрҙар эҙләү буйынса саралар үткәрә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/785442#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: