+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ләлә сәскәләре үҫтермәкселәр

Ҡариҙел районы йүнселе  Ильмира Харипова “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә ошондай тәҡдим менән килгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ләлә сәскәләре үҫтермәкселәр
Ләлә сәскәләре үҫтермәкселәр

Ҡариҙел районы йүнселе  Ильмира Харипова “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә ошондай тәҡдим менән килгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ильмира гидропон ысулы менән үҫтереү буйынса бизнес асырға теләй. Тәүге сәскәләрҙе ул сентябрҙә ултыртырға йыйына, тип хәбәр итә  Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Ләлә – һәр кем алырлыҡ иң популяр яҙғы сәскәләрҙең береһе. Уны үҫтереү менән күптәрҙең ҡыҙыҡһыныуы ла тәбиғи. Сәскәне үҫтереү артыҡ ҡатмарлы түгел. Бигерәк тә хәҙер, традицион ысулдарға яңылары ла булышлыҡҡа килгәндә”, – ти йүнсел ҡатын.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/790204#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: