+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл халҡын ҡыуандырып

Архангел районы Убалар ауылында яңы ФАП асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауыл халҡын ҡыуандырып
Ауыл халҡын ҡыуандырып

Архангел районы Убалар ауылында яңы ФАП асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы фельдшер-акушер пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 2024 йылда проект буйынса республикала ете һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү, туғыҙ объектта капиталь ремонт үткәреү, 130-ҙан ашыу модулле конструкция алып ҡуйыу, 4000-дән ашыу берәмек медицина ҡорамалы, 206 берәмек автотранспорт һатып алыу планлаштырыла.

ФАП 220 кешене хеҙмәтләндерә. Фельдшер Рәмзиә Мозафарованың дөйөм эш стажы – утыҙ йылдан ашыу.

Яңы фельдшер-акушер пункты заманса стандарттар һәм санитар талаптарға ярашлы йыһазландырылған.

– Пациенттар бөтә уңайлығы булған уңайлы бинаға киләсәк, был медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыр, – ти Архангел үҙәк район хәстәханаһының баш табибы Юлай Мәзитов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/789837#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: